Халыҡ-ара туған тел көнө

Февраль 21, 2022 Просмотров: 36

21 февраль ЮНЕСКО тарафынан Халыҡ-ара туған тел көнө тип иғлан ителде.

Тел – кешелек йәмғиәтенең иң ҙур ҡаҙанышы. Донъяла кеше бер үҙе генә йәшәй алмай, ул башҡа кешеләр менән аралашыуға мохтаж. Һөҙөмтәлә, аралашыуға, бер-берең менән фекер алышыуға булған ихтыяждан тел барлыҡҡа килә.

Тел шул уҡ ваҡытта ижтимағи күренеш. Ул кешелек йәмғиәте тыуыу менән бергә барлыҡҡа килгән һәм кешелек йәмғиәте үҫеше менән бергә үҙгәрә, байый һәм үҫә.

Ошо байрам айҡанлы беҙҙең балалар баҡсаһында ла төрлө саралар үтте. Асыҡ дәрестәр, уйындар, ярыштар. Республика кимәлендә үткәрелгән «БИҘӘК» Фестиваль – конкурсында, “Туған телдә китап бүләк ит!” акцияһында, #Туған телЯзык2022, #МинеңРәми90 флешмобында ла ҡатнаштыҡ.

Туған телебеҙгә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булып, уны һәр ваҡыт иҫтә тотоп, һөйләшеп, уның сафлығы, матурлығы өсөн көс һалайыҡ, дуҫтар!

туған тел көнө.pdf

Открыть Скачать (Размер 956 Kb) Тип файла: pdf