Һәр йыл һайын килә был байрам!
Март 25, 2022
Просмотров: 19
Һәр йыл һайын килә был байрам
Һәр көн тыуған ҡояш шикелле,
Йылдар һайын данлай был байрам
Гүзәл кеше – әсә кешене!
5 мартта балалар баҡсаһы малайҙары әсәйҙәрҙе, апайҙарҙы, ҡыҙҙарҙы Халыҡ ара ҡатын – ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы. Уларға бағышлап шиғырҙар һөйләнеләр, йырҙар йырланылар, бейеүҙәр бейенеләр. Шулай уҡ, ҡыҙҙар тырышлыҡтары өсөн маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.