23 февраль
Февраль 27, 2023
Просмотров: 5
23 февраль-Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан балалар баксаһында атайҙарыбыҙ йыйылды. Бәләкәстәр ҙур ғорурлыҡ хистәре менән үҙҙәре әҙерләгән шиғырҙарын һөйләп , һалдаттар тураһында йырҙарын йырлап ишеттерҙеләр. Төрлө уйындар ,ярыштарҙа ла көс һынаны атайҙар, ҡартатайҙар һәм балалар. Һәр береһендә етеҙлек,сослоҡ һәм зирәклектәре менән айырылып торҙолар. Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған байрам иртәлеге бик матур һәм күңелле үтте. Байрам һуңында "Майлы ҡоймаҡ" (масленица) үтте, ҡышты оҙатып яҙҙы ҡаршы алдыҡ. Ҡоймаҡлап самауыр сәйе менән ауыҙ итеп тамамланды байрам. "Бындай матур осрашыуҙар күберәк булһа ине,"- тип күтәренке кәйефтә таралышты атайҙар. Эйе,илдәребеҙ имен,күгебеҙ аяҙ булып шулай күрешеп йәшәүҙәргә ни етә.